ТОРАТАУҘА ЭТНОКОМПЛЕКС ТӨҘӨЛӘ БАШЛАНЫ

Торатау геопаркында этнокомплекс төҙөлә башланы. Был геопарктың туристик инфраструктураһын яҡшыртыу планына ярашлы башланған эш. Бер кемгә лә сер түгел, Торатау туристар яратып йөрөй торған тәбиғи объект, бында тауға баҫҡыс эшләп ҡуйыу менән кешеләр ағымы ныҡ артты. шуға ваҡыт инфраструктураның якшырыуын талап итә. Аллаһ бирһә, тиҙҙән бында кафе, сувенирҙар тирмәһе, этнографик музей, лекторий өсөн тирмәләр хасил буласаҡ. Был яҡын -тирәлә йәшәгән халыҡ өсөн яңы эш урындары, эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр арта тигән һүҙ. Ғөмүмән, республикала туризм тармаҡ булараҡ йылдам үҫешә. Үткән йылда республика үҙәктән модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн миллиардҡа яҡын субсидия алды. Улар грант формаһында эшҡыуарҙарға таратып бирелде. Бынан тыш үткән йылдың 10 айында Башҡортостанға 1 млн 943 мең турист килгән, халыҡҡа туризм ҡарамағында 11,9 млрд һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгән. 2023 йылға саҡлы беҙҙә 51 рәсми туроператор булһа, былтыр уларҙы һаны 75 кә етте. Бынан тыш, мәктәп туризмы, өлкән йәштәгеләр өсөн «Башкирское долголетие» кеүек махсус программалар эшләй. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр хәҙер был программа ярҙамында Белоруссияға, Абхазияға, Мәскәүгә бара ала. Һанай китһәң уңыштар бихисап! Былар барыһы ла, республикабыҙ башлығы Радий Фәрит улының иғтибары, тырышлығы менән тормошҡа ашырыла. Бындай уңыштар элекке етәкселәр осоронда булманы. Туризм өлкәһендә үҫеште күрмәү, белмәү өсөн һуҡыр йәки һаңғырау булырға кәрәк. Үҙ-үҙемде һаҡлау инстинкты нисек кенә юғары булмаһын, мин Радий Фаритовичтың күҙгә күренгән тырышлығын әйтмәй булдыра алмайым. Аллаһ бирһә, артабан да Радий Фәрит улы был өлкәлә эҙмә-эҙлекле эш алып барыр, Башҡортостанда туризм сәскә атыр, яңы юлдар һалыныр, ғөмүмән, инфраструктура яҡшырыр тип ышанам. Шуның өсөн мин: #МинРадийХабировМенән
#ZаРадияХабирова
Был хештегтарҙы мин копировать итеп алдым, бер кем мине ҡурҡытманы, мин бюджетник түгел, үҙем яҙҙым. Кем туризм өлкәһендә эш менән килешмәй, яҙығыҙ, фекер алышырбыҙ. Үсекләшеү, әрләшеү, ғәйепләү кеүек яҙмалары юйҙыртасаҡмын.

 



Text to us

Заявка

Your message has been sent! The Geopark press service will try to answer as soon as possible!